Төштәремә керҙе Ваҡыт,
Осҡан йондоҙ булып.
Яҡын килеп, күренеп китте
Һылыу бер ҡыҙ булып.
Матурһың икән тигәйнем,
Һин йүләр тине.
Матурлыҡты шулай һуңлап
Кем күрә тине.
Һуң түгел әле тигәйнем,
Мин китәм тине.
Юҡ ебәрмәйем тигәйнем,
Мин үтәм тине.
Ниңә һин үтәһең тигәс,
Ашығам тине.
Ниңә сабаһың тигәнгә
Мин осам тине.
Ҡайҙа осаһың тигәйнем,
Әйтер һүҙ бөттө...
Вакытым юҡ тине Вакыт,
Үтте лә китте.