Урал — мөһабәт тауҙар, текә ҡаялар, көмөш йылғалар, саф һыулы шишмәләр, һайрар ҡоштар иле.
Уралтау һыртының көнбайышында бейек-бейек түбәләр күрербез. Уларҙың иң зурҙары — Ямантау, Ирәмәл, Баштау. Иң эре һырттар иһә Машаҡ, Әүәләк, Эрөнгө менән Тағанай, Елмерҙәк. Тауҙарҙың башында яй урталарына тиклем ағарып ҡар ята.
(«Тормош һабаҡтары» китабынан)